Милли проекттар
7 Ғинуар 2022, 10:30

Тамашасыны һөйөндөрөп

Дәүләкән районы мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы ярайһы нығытылған.

Тамашасыны һөйөндөрөпТамашасыны һөйөндөрөп
Тамашасыны һөйөндөрөп

"Мәҙәниәт" милли проектына (национальный проект "Культура") ярашлы, уҙған йылда Дәүләкән районы мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы ярайһы нығытылған. Был маҡсатҡа район, республика һәм федераль бюджеттан биш миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Әйтергә кәрәк, был милли проект та, башҡалары менән бер рәттән, Рәсәй Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указы менән раҫланғайны.

Күп кенә ижади коллективтарҙың сәхнә кейемдәре яңыртылған. "Әхирәттәр", "Дим" башҡорт халыҡ фольклор ансамблдәре, "Демушка" рус йыры халыҡ хоры, "Аҡсарлаҡ" вокал, "Аҡ ҡалфаҡ" фольклор ансамблдәре яңы костюмда сығыш яһай башлай. Кейемдәрҙе теккәндә милли һәм төбәк үҙенсәлектәре күҙ уңында тотолған. Мәҫәлән, "Дим" ансамбле өсөн Дим буйы башҡорттарының милли кейеме тегелгән.

Тынлы инструменттар оркестрына яңы музыка ҡоралдары һатып алынған. Шулай уҡ сәхнә кейемдәре лә яңыртылған, яңы, заманса ҡорамалдар, шул иҫәптән тауыш һәм яҡтылыҡтыҡы, алынған. Был мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә оҫталыҡ кимәлен күтәрергә, яңына-яңы сағыу сығыштар әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк.

Район мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов билдәләүенсә, артист өсөн тышҡы ҡиәфәт бик тә мөһим, сөнки сәхнә образы – ул нәфис йоғонто алымы.
Район артистары сығыш яһап ҡына ҡалмай, ә район, республика, ил кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Яңы костюмдарҙа сығыш яһау улар күңеленә айырым бер күтәренкелек тә өҫтәре шикһеҙ.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Дәүләкән район мәҙәниәт йорто сәхифәһенән.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас