

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Лизинг фондын өҫтәмә капиталлаштырыу күләме 60,5 миллион һум тәшкил иткән.
Аҡса 2021 йыл аҙағында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына льготалы шарттарҙа лизингка сәнәғәт һәм технологик ҡорамалдар, махсус техника, автотранспорт саралары һатып алыу өсөн республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығына күсерелгән.
Башҡортостанда лизинг ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттарына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Лизинг фондын өҫтәмә капиталлаштырыу төбәк Башлығы бойороғо менән раҫланған 2021 йылда Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон арттырыуға йүнәлтелгән өсөнсө саралар пакеты менән ҡаралған. Былтыр Фонд 60,5 миллион һум алған. Был 30-лап йүнселгә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк. Быйыл ошо эште дауам итеү күҙаллана, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Лизинг фонды әле 183,2 миллион һумға етте. Фондтың ғәмәлдәге портфеле 121,2 миллион һум тәшкил итә, 33 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты лизинг ярҙамы алған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/421140/
Сығанаҡ: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/421140/