

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылда 17 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты коворкинг-үҙәктәр асыуға төбәк ҡаҙнаһынан субсидия алған. Дәүләт ярҙамы менән 2021 йылда 14 үҙәк ойошторолған.
Башҡортостанда коворкингтар селтәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған ”Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы киңйәтелә.
– 2021 республиканың 12 муниципаль районында яңы объекттар барлыҡҡа килде, ә Благовещен һәм Хәйбулла райондарында – хатта икешәр. Башҡортостанда төрлө хеҙмәттәр өлкәһендә 57 коворкинг иҫәпләнә. Шуларҙың 29-ы эшҡыуарҙар тарафынан төбәк ҡаҙнаһынан бүленгән субсидия иҫәбенә асылған, – тине Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Былтыр ноябрь-декабрҙә Ҡариҙел, Хәйбулла, Бөрө, Салауат райондарында биш коворкинг-үҙәк ишектәрен асты. Мәҫәлән, Башҡортостандағы тәүге туристик коворкинг, шәхси эшҡыуар Илфат Исмәғилевтең “Idris Travel” проекты буйынса Иҙрис ауылында, “Янғантау” геопаркы биләмәһендә асылды. Аҡъярҙа “Адель” көнкүреш коворкингы һәм “Балта” һөнәрселек оҫтаханаһы ойошторолдо.
Тиҙҙән йәнә Дыуан һәм Ҡариҙел райондарында яңы объекттарҙың сафҡа индерелеүе күҙаллана. 17 коворкингтың һуңғыһы быйыл Учалы районында асыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/421056/
Сығанаҡ: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/421056/