Милли проекттар
8 Ғинуар 2022, 04:30

Финанс булышлыҡ быйыл да дауам итә

42 компаниянан 108,6 миллион һумлыҡ 66 ғариза ҡабул ителгән.

Финанс булышлыҡ быйыл да дауам итәФинанс булышлыҡ быйыл да дауам итә
Финанс булышлыҡ быйыл да дауам итә

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрылығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылда министрлыҡ тарафынан Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу менән бәйле сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға (халыҡ-ара сертификатлауға) төбәк бюджетынан  субсидия бирелде.

Тәүге программа буйынса 42 компаниянан 108,6 миллион һумлыҡ 66 ғариза ҡабул ителгән. Халыҡ-ара сертификатлау йәһәтенән 10 компаниянан 4,8 миллион һумлыҡ ғариза тапшырылған.

Быйыл Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы ташыуға һәм экспортҡа продукция һатыуға бәйле сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия биреү буйынса финанс ярҙамы саралары дауам итәсәк. Мәғлүм булыуынса, республикала экспорт йүнәлешендәге предприятиеларға ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/203642

Сығанаҡ: srk.nationalpriority.ru/press_releases/203642

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас