Милли проекттар
8 Ғинуар 2022, 04:00

Тауар һатыусылар буйынса беҙ – өсөнсө

Компаниялар донъяның 50 иленә тауар һатҡан.

Тауар һатыусылар буйынса беҙ – өсөнсөТауар һатыусылар буйынса беҙ – өсөнсө
Тауар һатыусылар буйынса беҙ – өсөнсө

ЕBay менән Data Insight агентлығының берлектәге тикшеренеүе һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә eBay маркетплейсында һатыусылары иң күп булған өс төбәк тҫәбенә инде.

Беренсе урында – Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, икенселә – Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе. ЕBay маркетплейсында һатылған тауар күләме буйынса республикабыҙ алтынсы урынды биләй.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда һәм 2021 йылдың 11 айында унда 304 уникаль компания урынлашҡан. Билдәләнгән осорҙа улар 16,6 миллион долларлыҡ тауар һатҡан. Халыҡ-ара маркетплейстарҙа 35 меңдән ашыу республика тауары урынлаштырылған. Классик һәм Хәләл төбәк витриналары асылған. Компаниялар донъяның 50 иленә тауар һатҡан.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда экспортҡа ярҙам һәм уны үҫтереү программалары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (“Международная кооперация и экспорт”), “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (“Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/419245/

Сығанаҡ: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/419245/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас