

“Прометей” етештереү-коммерция фирмаһында пилот ағымындағы эшләп сығарыу күләме 40 процентҡа артҡан. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проектына (национальный проект “Повышение производительности труда и поддержка занятости”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
“Пилот һынауы сиктәрендә ҡапҡаслы полимер банкалар эшләү проекты һайлап алынды", – ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Предприятиела был эш буйынса әле файҙаланылмаған резервтар булған. Һаҡсыл етештереү һәм тейешле ҡорамалдарҙы йоғонтоло файҙаланыу һөҙөмтәһендә ошо процесс ваҡыты ике тапҡырға кәметелгән.
Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге эксперттары бындағы етештереүгә диагностика яһаған, тотҡарлаусы урындарҙы асыҡлаған һәм камиллаштырыуҙы ҡулланыу участкаһын билдәләгән. Артабан предприятиеның бер нисә хеҙмәткәре яңы ысулға өйрәтелгән.
Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан