

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығындағы Йәмәғәт советы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дроги”) республикала уңышлы тормошҡа ашырылыуын ышаныслы контролдә тота.
Был Совет ағзалары юл төҙөлөшө пландарын һәм проекттарын ҡарауҙа ла ҡатнаша, башҡарылған эштең сифатын баһалау өсөн райондарға объекттарға ла бара. Былтыр, мәҫәлән, улар Өфө – Бөрө - Яңауыл трассаһының эшләнешен күҙ уңынан ысҡындырманы. Стәрлетамаҡта Совет ағзалары юл төҙөлөшө объекттарын ҡабул итеүсе комиссия составына индерелгән. Салауат ҡалаһында ла милли проектҡа ҡағылышлы юл объекттарын ҡабул итеү Совет ағзаларынан башҡа үтмәй.
“Башҡортостанда был Совет “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының йәмәғәтселек контролен һәм граждандар ҡатнашыуын тормошҡа ашырыуҙа ҙур тәжрибә тупланы”, – ти республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы етәксеһе Рөстәм Баязитов.
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан