Милли проекттар
10 Ғинуар 2022, 06:30

Илештә көнкүреш коворкинг үҙәге асылды

Киләсәктә хеҙмәттәрҙең төрө киңәйәсәк тип күҙаллана.

Илештә көнкүреш коворкинг үҙәге асылдыИлештә көнкүреш коворкинг үҙәге асылды
Илештә көнкүреш коворкинг үҙәге асылды

Нимә һуң  ул көнкүреш коворкинг үҙәге? Ябай тел менән әйткәндә ул көнкүреш йорто тигәнде аңлата. Бында эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр сәс ҡырҡыу, кейем тегеү һәм ремонтлау, аяҡ кейемдәре ремонтлау, асҡыстар эшләү, кейемдәрҙе химик юл менән таҙартыу, фото төшөрөү, көнкүреш, компьютер техникаһын, телефондар ремонтлау, полиграфия һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтә.

Яңы йыл алдынан Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында көнкүреш коворкинг үҙәге асылды. Был башланғыс Рәсәй Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) һәм “Илеш районының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә, “Күп функциялы үҙәк” йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырыла.

Бөгөн бында тегеү цехы тулыһынса ҡорамалландырылған, илештәргә массаж, косметологик хеҙмәттәр күрһәтелә лә башлаған. Киләсәктә хеҙмәттәрҙең төрө киңәйәсәк тип күҙаллана.

Фото: Илеш районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас