

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн электрон майҙансыҡтарҙа сауҙа эшенә йәлеп итеү, өйрәтеү буйынса эшләнелгән эштәр буйынса доклад менән сығыш яһаны. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә.
- “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Минең бизнесым” үҙәгендә эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә 150-нән ашыу бушлай хеҙмәт күрһәтелә, шул иҫәптән шәхси эшҡыуарлыҡты маркетплейста һәм электрон һатыу майҙансығында ошоштороуҙа ла, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәргә маркетплейста нисек эшләү, йәғни сауҙа итеүҙең яңы каналын үҙләштереүҙә ярҙам күрһәтә. Электрон сауҙа майҙансығында тәүге эш башлаусылар күп осраҡта логистик схеманы нисек һайларға, тауар карточкаларын нисек дөрөҫ тултырырға белмәй.
- Шулай уҡ ярҙам күрһәтеүгә документтарҙы туплау, маркетплейстар менән килешеү төҙөүгә оҙатыу, шәхси кабинет асыуҙа ярҙам итеү, Ozon, WildBerries, Яндекс.Маркет һәм Avito кеүек электрон майҙансыҡтарҙа һатыуҙы ойоштороу кеүек ярҙам күрһәтелә, – тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов. - 2022 йылдың тәүге аҙнаһында ике ҡатнашыусы үҙ продукцияһын «WildBerries» келәтенә ҡуйһа, икәүһе маркетплейс Ozon-да һатыу эшен башҡарҙы. Дөйөм алғанда, бөтәһе ете ҡалала тауарҙар ҡуйылды, Мәскәү һәм Минсктан башҡа.
"Минең бизнесым" үҙәге быйыл да үҙ эшен дауам итәсәк. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республика эшҡыуарлыҡ йәмғиәтендә "Башмаркет"ҡа электрон сауҙа майҙансығына сығыу мөмкинлектәрен әүҙемләштерергә ҡушты.
Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru