Милли проекттар
11 Ғинуар 2022, 04:30

Һанлы технологиялар килә

Иглин үҙәк район дауаханаһына һанлы флюорограф алынды.

Һанлы технологиялар киләҺанлы технологиялар килә
Һанлы технологиялар килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Иглин үҙәк район дауаханаһы һанлы флюорограф алды. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының төп маҡсаты –  халыҡҡа, айырыуса бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн уңайлы һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү.

– Район халҡын хеҙмәтләндереү өсөн район дауаханаһына заманса һанлы флюорография аппараты алынды. Уның төп өҫтөнлөгө һүрәттәрҙең сифатлы һәм пациенттарға нурланыштың аҙ булыуында. Радиация көсөргәнеше лә кәметелгән. Аппаратты урынлаштырыу өсөн поликлиника кабинетында капиталь ремонт үткәрелде, – ти дауахананың баш табибы Жанна Карунас.

Яңы ҡорамал поликлиниканың өҫтәмә кабинетында урынлаштырылған. Бинаны әҙерләү өсөн республика бюджетынан субсидия бүленгән. Хәҙерге ваҡытта лицензиялау процедураһы үткәрелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас