Милли проекттар
11 Ғинуар 2022, 05:30

Светофорҙар хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Төҙөүселәр һәм Чапаев, Губкин һәм Калинин урамдары саттарында яңы ике светофор эшләй башланы.

Светофорҙар хәүефһеҙлекте тәьмин итәСветофорҙар хәүефһеҙлекте тәьмин итә
Светофорҙар хәүефһеҙлекте тәьмин итә

Салауат ҡалаһындағы төп урамдарҙың береһендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә светофорҙарҙы алмаштырҙылар. Октябрьский урамынан Островский урамы сатына тиклем урынлаштырылған яңы светофорҙар сигналдарҙы ҡабатлаусы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм “Г” хәрефе формаһындағы таяғыстар ҡуйылған.

- Дөйөм алғанда, милли проект бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итергә булышлыҡ итә. Был, әлбиттә, автомобиль юлдарын нормаль хәлгә ҡайтарыу, юл участкаларындағы көсөргәнеште, иң мөһиме – юл-транспорт ваҡиғаларын, һөҙөмтәлә юл-транспорт фажиғәләре ҡорбандары һанын кәметеү, - тип белдерҙе республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2021 йылда Салауат ҡалаһында Төҙөүселәр һәм Чапаев, Губкин һәм Калинин урамдары саттарында тағы яңы ике светофор хәүефһеҙлекте тәьмин итә башланы.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас