

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Затон, Дим биҫтәләре, 8 Март, Романовка, Ветошников, Башҡортостан сәскәләре ҡасабалары ингән Ағиҙел аръяғында киләсәктә 10 миллион самаһы торлаҡ төҙөү күҙаллана.
Проектты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” федераль проектына ингән “Стимул” программаһы нигеҙендә ике этапта тормошҡа ашырыу ҡарала. 2023 йылға тиклем иҫәпләнгән тәүге этапта 23,4 километрлыҡ һыу үткәргес һәм 27,5 километрлыҡ канализация коллекторы һалыу күҙаллана. 2021 – 2023 йылдарҙағы этапта финанслау күләме туғыҙ миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Атап әйткәндә, һыу үткәргесте төҙөү барышында әле Ағиҙел һәм Дим йылғалары төбөндә, АЗС һәм Новороссийск урамы янында Өфө-Дим автомобиль юлы аҫтында 1760 погон метрлыҡ скважина бырауланған; 1430 погон метрҙан ашыу торба монтажланған. Канализация коллекторы төҙөгәндә “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһынан алып ҡала канализацияһын таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем 7370 погон метрлыҡ үткәргес торба һалынған, 6750 погон метрлыҡ траншея ҡаҙылған, 5260 погон метрлыҡ нигеҙ түшәме монтажланған.
Бынан тыш, Өфөнөң Ленин районында “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһын төҙөү өсөн әҙерлек һәм ер эштәре башҡарылған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/435508.html