

2022 йылда Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы пилот программаһы башлана. Уның төп маҡсаты - балаларҙы ҙур булмаған сәйәхәттәр барышында тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу. Ошо йүнәлештәге эштәргә 500 миллион һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа һәм төбәктәргә субсидиялар биреү ҡағиҙәләре тураһындағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Субсидияларҙы мәктәп йәшендәге балалар өсөн махсус әҙерләнгән туристик пакеттар булдырған 18 төбәк аласаҡ. Улар иҫәбендә – Адыгея, Башҡортостан, Ставрополь крайы, Вологда, Калининград, Курск, Новгород, Сахалин, Силәбе, Ярославль һәм башҡа өлкәләр.
“Быйыл 5-9-сы кластарҙағы 100 меңдән ашыу уҡыусы бер йәки хатта бер нисә көнлөк сәфәргә сығыу, ҡыҙыҡлы экскурсия программалары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булыр, тип иҫәп тотабыҙ”, - тип билдәләне Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән ойошторолған кәңәшмәлә. Ул вице-премьер Дмитрий Чернышенкоға пилот программаһы үҫешһен, тағы ла күберәк төбәктәрҙе йәлеп итһен, ә иң мөһиме – уҡыусылар мәҙәни-танып белеү сәфәрҙәре менән уңайлы файҙалана алһын өсөн был башланғыстың һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә ҡушты.
"География бик киң – Сахалиндан Калининградҡа, Адыгеянан Новгородҡа тиклем", - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко. Проектта ҡатнашыусы төбәктәргә уҡыусыларҙың программала ҡатнашыу ҡағиҙәләрен оператив билдәләү һәм башҡарыусылар реестрын төҙөү бурысы тора. Граждандар туристик маршрутты, шул иҫәптән экскурсияларҙы, урынлаштырыу өсөн ҡунаҡханаларҙы үҙаллы һайлай ала.
"Сәфәр 24 сәғәттән кәм булмаҫҡа тейеш. Йәғни күсенгәндә балаларға уңайлы булһын өсөн кәмендә бер көн ҡаралырға тейеш. Беҙ бөтә кимәлдәге бюджеттар иҫәбенә һәр уҡыусыға ошондай юл йөрөү хаҡы ете меңдән дә кәм булмаҫ, тип иҫәп тотабыҙ, уның биш меңе – федераль ҡаҙнанан гарантияланған сумма", - тип белдерҙе Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары.
Бынан тыш, Президент ҡушыуы буйынса, Министрҙар кабинеты балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү концепцияһын әҙерләгән. Дәүләт башлығы илдең һәр төбәгендә балалар үҙаллы һәм квалификациялы белгестәр етәкселегендә шөғөлләнә алһын өсөн бөтә шарттар булдырыу бурысын ҡуйҙы. "Уларға үҫешеү һәм спортта уңыштарға өлгәшеү өсөн йүнәлештәр һайлау мөмкинлегенең булыуы мөһим", - тине Михаил Мишустин.
Федераль аҡса ошо программаға сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән Башҡортостанға 55,5 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Яңы программа "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства") сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Үҫеп килгән быуындың ял итеүе өсөн шарттар булдырыу уның төп өҫтөнлөктәренең береһе булып тора. Шулай уҡ тыуған төйәккә һөйөү, ватансыллыҡ тойғолары тәрбиәләү ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проектында ла (национальный проект "Образование") төп бурыстарҙан билдәләнә.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризм тармағын үҫтереүгә иғтибар бермә-бер артты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты туристик навигация билдәләрен ҡуйыу буйынса әүҙем эш алып бара. Был мәғлүмәт билдәләре кешеләрҙе төбәктең иҫтәлекле урындарына, Башҡортостандың визит-үҙәктәренә, төрлө тәбиғәт һәм археология объекттарына, шулай уҡ музейҙарға һәм һәйкәлдәргә йүнәлтә.
- Яҡшы ял итеүҙең төп йүнәлештәренең береһе - уңайлы мәғлүмәт мөхите. Башҡортостан Республикаһына килгән туристарҙың төбәктең теләһә ҡайһы өлөшөндә йүнәлеш алыуы һәм бер ауырлыҡһыҙ тәбиғи, мәҙәни-тарихи мираҫ объекттарын табыуы мөһим. Туристик навигация билдәләрен ҡуйыу - Рәсәй һәм сит ил туристары өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙан торған ҙур эштең бер өлөшө ул, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Фото: asi.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан