Милли проекттар
12 Ғинуар 2022, 12:15

Уңайлы ла, зауыҡлы ла

“Медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыуыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ", - ти Гөлнара Мостафина.

Уңайлы ла, зауыҡлы лаУңайлы ла, зауыҡлы ла
Уңайлы ла, зауыҡлы ла

Республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу һәм уңайлы шарттар булдырыу буйынса эш дауам итә. Айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында һәм балалар поликлиникаларында уңайлы һәм зауыҡлы мөхит булдырыу буйынса ҙур бурыстар хәл ителә.

Өфө ҡалаһының 50-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы мөһим ремонт эштәре башҡарылды. Бинаны үҙгәртеп ҡороу барышында холл киңәйтелде, айырым карталарҙы һаҡлау бүлмәһе булдырылды, регистратурала пациенттар өсөн уңайлы урындар барлыҡҡа килде.

–Бинаны үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә беҙ пациенттар өсөн иркен урын булдырҙыҡ. Башҡаса бер ниндәй ҡаршылыҡтар булмаясаҡ, пациенттар һәм регистраторҙарҙың аралашыуы, мәғлүмәт алыуы өсөн шарттар яҡшыртылды. Күреп тораһығыҙ, холда пациенттар өсөн  яйлы дивандар, телевизор бар, һыу эсәм тиһәң, кулер тора. “Медицина ойошмаһының яңы моделе” проектын тормошҡа ашырыуыбыҙ менән ҡәнәғәтбеҙ,– тип һөйөнөсө менән уртаҡлашты поликлиниканың баш табибы Гөлнара Мостафина.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас