Милли проекттар
13 Ғинуар 2022, 16:05

Бында уҡығандар юғалып ҡалмай

Бөгөн Д.Б. Мурзин исемендәге Кушнаренко киң профилле һөнәри колледжы онлайн-марафонда ҡатнашты.

Бында уҡығандар юғалып ҡалмайБында уҡығандар юғалып ҡалмай
Бында уҡығандар юғалып ҡалмай

Сара барышында буласаҡ абитуриенттар колледждың тарихы, инфраструктураһы, һөнәри оҫталыҡ конкурстары, саралар һәм һөнәрҙәр хаҡында белде. Колледж уҡытыусылары шулай уҡ “Бизнес өсөн программалы ҡарарҙар”, “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “Мәктәпкәсә белем биреү”, “Селтәрле һәм системалы идара итеү” компетенциялары буйынса яңы оҫтаханалар һәм “Йәш профессионалдар” хәрәкәтендә ҡатнашыуҙа өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында һөйләне.

- Колледжда төбәк иҡтисады өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүҙең маҡсатлы һәм яйға һалынған системаһы ойошторолған һәм ул уңышлы эшләп килә. Сығарылыш уҡыусыларының хеҙмәт баҙарында үҙ урынын табыуы, эш биреүселәрҙең баһалары, сығарылыш уҡыусыларының профессиональ йәһәттән үҫеүе белгестәр әҙерләүҙең сифаты тураһында асыҡ һөйләй, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Д.Б. Мурзин исемендәге Кушнаренко күп профилле һөнәри колледжы биш вуз менән балалар баҡсаһы-колледж-вуз системаһында өҙлөкһөҙ белем алыуҙы тәьмин итеүгә килешеү төҙөгән һәм улар нигеҙендә колледжды тамамлаусылар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Башҡорт дәүләт университетына, БДУ-ның Бөрө филиалына, Өфө дәүләт авиация техник университетына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә.

Колледжда “Башланғыс кластарҙа уҡытыу”, “Мәктәпкәсә белем биреү” (көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары), “Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауҙың геофизик ысулдары”, “Телекоммуникация системаларының мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү”, “Мәғлүмәт системалары һәм программалаштырыу” йүнәлештәре буйынса уҡытыу алып барыла.

2018 йылда колледж “График дизайнер” һөнәре буйынса студенттар әҙерләүгә лицензия алды.

Әлеге марафон ише саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә. 

Фото: resbash.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас