Милли проекттар
13 Ғинуар 2022, 12:30

Ҡышҡы һыуыҡта урманда...

Сыҙамлыҡҡа һынау үткән йәштәр ҡар өҫтөндә усаҡ яғып, аш бешерҙе...

Ҡышҡы һыуыҡта урманда...Ҡышҡы һыуыҡта урманда...
Ҡышҡы һыуыҡта урманда...

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Ватансылыҡ тәрбиәләү” федераль проекты нигеҙендә “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенең Октябрьский ҡалаһындағы урындағы бүлексәһе ағзалары Өфө-Табын казактары йәмғиәтенең “Сторожевой” утары казактары менән берлектә Октябрьский ҡалаһы янындағы урманда йәйәүлеләр маршын ойошторҙо. Маршрут биш километрға һуҙылды.

Сараның маҡсаты – йәштәрҙең сыҙамлылығын һынау, разведка төркөмдәренең урманда эш итеүенең төп алымдары менән таныштырыу. Йәш армеецтар урманда төркөм өсөн ял урыны әҙерләне, усаҡ яҡты, төшкө аш бешерҙе. Көн дауамында пневматик винтовканан атыу, ҡышҡыһын тәүге ярҙам күрһәтеү, махсус әҙерлек, урында йүнәлеш табыу буйынса күнекмәләр булды.

“Юнармия” – татыу ғаилә ул! Ошо туғанлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ, үҫегеҙ, ҡуйған маҡсатығыҙға өлгәшегеҙ, биргән изге антығыҙға тоғро ҡалығыҙ. Хыялдарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыр!” – тине Октябрьский ҡалаһындағы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы директоры Вера Ульянова йәштәргә мөрәжәғәт итеп.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/205496

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/205496

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас