

Әбйәлил районының “Красная Башкирия” хужалығында тиҙәкте һаҡлау өсөн заманса резервуар паркын төҙөү тамамланған. Тиҙәк һаҡлау системаһы роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү буйынса инвестиция проекты сиктәрендә атҡарыла. Һәр береһенең күләме дүрт мең кубометрға тиң бөтәһе ете һауыт төҙөлгән. Уларҙың бишәүһе – Совхоздың Һамар бүлексәһе ауылында, ҡалған икәүһе Совхоздың Озерный бүлексәһе ауылында урынлашҡан.
Предприятиела билдәләүҙәренсә, һауыттар тиҙәк һарҡындыһын бутау миксерҙары һәм уны артабан һурҙырыу өсөн һурҙырғыстар кеүек махсус ҡорамал менән йыһазландырыласаҡ. Үткәргестәр системаһы һәм канализация-һурҙырғыс станцияһы һауыттары ферманың каналдары менән бәйле, был һаҡлау системаһына тиҙәкте ташыуҙы автоматлаштыра.
Әйткәндәй, тиҙәк һарҡындыһы әсеп-күпкәндән һуң, махсус ҡорамал ярҙамында “Strip-Till” технологияһы буйынса 20–30 сантиметр тәрәнлектә ергә һалына. Тупраҡ аҫтына индереү тиҙәк һарҡындыһында булған азотты тулыһынса һаҡлауға булышлыҡ итә. Бынан тыш, компактлы һауыттар ашлама алыу өсөн тиҙәк һарҡындыһына төрлө ингредиенттар бутауға һәм азот, фосфор, калий һәм башҡа элементтарҙы тигеҙ өҫтәү һәм яҡшы бутау мөмкинлеген бирә.
Тиҙәкте бындай һаҡлау системаһы атмосфераға метан һәм угликислий газды сығарыуҙы кәметә һәм, ғөмүмән, атмосфераға углерод ҡалдыҡтарҙы сығарып ташлауҙы кәметә. Киләсәктә һауыттарға ҡапҡас ҡуйып, уны биогаз ҡорамалы өсөн реактор итеп тә ҡулланырға мөмкин. Был иһә Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проектын (национальный проект “Экология”) үтәүгә лә булышлыҡ итә.
Тиҙәкте һаҡлау системаһын төҙөүгә һалынған инвестициялар 100 миллион һум самаһы тәшкил итә. Тиҙәкте һаҡлау һәм эшкәртеү ҡорамалы Ауыл хужалығы сәнәғәте комплексын техник яңыртыу буйынса программа сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә субсидиялана.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
:#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан