

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Өфөнөң тағы 43 мәктәбе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты нигеҙендә компьютер техникаһы менән йыһазландырыла.
Әйткәндәй, былтыр 45 дөйөм белем биреү ойошмаһы заманса һанлы ҡорамалдар алғайны. Һәр учреждениеға 28 ноутбук һәм берәр күп функциялы баҫмыу ҡулайламаһы тапшырылды. Проект тормошҡа ашырыла башлағандан алып баш ҡаланың 58 мәктәбе яңы ҡорамалдар йыйылмаһы алды. Бынан тыш, Өфөнөң бөтә мәктәптәре “Һанлы мәктәп” стандартына ярашлы хәлгә килтерелде. Стандарт буйынса ҡала ере өсөн интернет тиҙлеге секундына кәмендә 100 Мбит тәшкил итә.
“Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты мәктәптәрҙе һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырып, электрон белем биреү мөмкинлеген киңәйтеүгә, дистанцияла уҡытыу технологияларын һәм ресурстарын ҡулланыу йәһәтенән шарттар булдырыуға йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/436102.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/205747