

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, республика клиник онкология диспансеры нур менән дауалау терапияһы өсөн юғары энергетикалы ике тиҙләткес ҡорамал алды.
Яңы ҡорамал нур менән дауалауҙың иң ҡатмарлы процедураларын үткәрергә мөмкинлек бирә, уға юғары теүәллек һәм яҡшы сифат хас. Клиниканың баш табибы Адель Измайлов яңы ҡорамалда тәүге терапия тәжрибәһен операциянан аңлы рәүештә баш тартҡан ҡатында һынап ҡараған. Команда менән бергәләп үпкә яман шешенән яфаланған пациентты дауалау планын төҙөгәндәр. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә лимфа төйөндәрендә метастаза сығанаҡтары күҙәтелмәгән. Бындай осраҡта нур терапияһы радикаль дауалау үткәрергә мөмкинлек бирә.
–Беҙ ғәҙәттән тыш юғары нурланыш менән бик бәләкәй генә туҡымаға тәьҫир итә алабыҙ. Был ғәмәл ғүмерҙе оҙайтып ҡына ҡалмай, ә кешене тамам һауыҡтырыуға килтерәсәк. 1-5 сантиметр ҙурлығындағы шештәрҙе тирә-яғындағы туҡымаларҙы зарарламайынса нур менән дауалап була,– ти Адель Измайлов.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.