

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Мишкә районының ирекмәндәр отрядтары муниципалитет һәм ауыл биләмәләре тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Мәҫәлән, йыл һайын “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ!” республика акцияһы сиктәрендә ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәр һәм обелисктар билмәһендә тәртип урынлаштыра, уларҙы ҡарҙан таҙарта.
“Геройҙарыбыҙҙы Еңеү көнөндә генә түгел, һәр саҡ иҫләргә тейешбеҙ тип уйлайым. Йәйгеһен, ҡышҡыһын, яҙын һәм көҙөн йыйыштырып торабыҙ. Ҡар таҙартабыҙ, япраҡ һәм сүп-сарҙы алып ташлайбыҙ. Үҙебеҙҙең өлгөлә беҙ ауылдаштарыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәр хаҡындағы хәтергә һаҡсыл мөнәсәбәт нығытырға теләйбеҙ”, - тип һөйләй Ирсай ауылының “Изгелек бүләк ит” ирекмәндәр отряды кураторы Людмила Сәләева.
Улар ветерандарҙы, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙарҙы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Йортто, ихаталарҙы йыйыштырыуҙа ярҙам итәләр, аҙыҡ-түлек килтереп бирәләр.
“Оло йәштәге кешеләр бындай ярҙамға мохтаж, сөнки ҡайһы бер пенсионерҙарға хәрәкәт итеү ауыр, мәҫәлән, көслө ҡар яуғандан һуң хатта өйҙән сығыу ҙа ҡыйын”, - ти ирекмәндәр.
Мишкә районы биләмәһендә бөтәһе 13 ирекмән ойошмаһы теркәлгән, улар составында ике меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студент бар. Бынан тыш, муниципалитетта район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса баш белгесе Ольга Биктубаева етәкселегендә ирекмәндәр штабы эшләп килә. Унда битараф булмаған төрлө йәштәге, төрлө урындарҙа эшләгән кешеләр бар.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Мишкә районы хакимиәте.