

Төбәктең ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү операторы – “Дүртөйлөмелиоводстрой” компанияһы (“Мехуборка” федераль төркөмөнә инә) Яңы йыл шыршыларын йыйыу һәм утилләштереү буйынса “Шыршы” операцияһын башлай.
Акцияның төп маҡсаты – ҡала халҡының иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу. Был “Экология” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса тап килә.
Бының өсөн ҡалала мобиль ҡабул итеү пункты ойошторолған. Шыршыны бренд контейнерға һалырға мөмкин, уның янында көн буйына “Дүртөйлөмелиоводстрой” хеҙмәткәре дежур итә. Һуңғараҡ контейнерҙы махсус техника алып китәсәк. Байрам ҡупшыҡайҙарын ҡабул итеү мобиль пункттарының графигы төбәк операторы сайтында баҫыласаҡ.
– Әгәр шыршыны контейнерға тапшырып өлгөрмәһәгеҙ, «ЭкоТакси»ға заказ биреп, фатирҙан йәки йорттан Яңы йыл шыршыларын сығарыу буйынса бушлай хеҙмәтте һайлай алаһығыҙ. 15 ғинуарҙан алып был опция Android өсөн Google Play һәм IPhone өсөн AppStore ҡушымталарында буласаҡ, – ти "Дүртөйлөмелиоводстрой" директоры Лилиә Нуғаева. – Беҙ контейнер майҙансыҡтарында иҫке шыршыларҙың йыйылып ятыуына юл ҡуймаҫҡа теләйбеҙ, улар майҙансыҡтарҙың тышҡы йөҙөн боҙасаҡ һәм сүп-сар артасаҡ.
Йыйылған шыршылар республиканың ағас эшкәртеү предприятиеларына ебәреләсәк. Уларҙан ламинат, ағас-юнысҡы плитәһе һәм башҡа төҙөлөш-эшкәртеү әйберҙәре эшләнәсәк. Был - төбәк операторының ҡалдыҡтарҙы етештереүгә йәлеп итеүгә һәм полигонға сығарылған сүп-сар күләмен кәметеүгә йәнә бер аҙымы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем “Дүртөйлөмелиоводстрой” компанияһы ҙур габаритлы ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса “ЭкоТакси” хеҙмәтен башлағайнны. Заказ биреү өсөн төбәк операторы сайтының шәхси кабинетына йәки мобиль ҡушымтаға инергә кәрәк.
Яңы йыл шыршыларын ҡабул итеү өсөн контейнерҙа баннерҙа QR-кодтар урынлаштырыласаҡ, уның буйынса ҡушымталарҙы, шулай уҡ төбәк операторы сайтын табырға мөмкин. Эре габаритлы ҡалдыҡтарҙы һәм шыршыларҙы сығарыу кешеләрҙән өҫтәмә сығым талап итмәйәсәк, был билдәле бер кимәлдә лояллек программаһы, тиҙәр компанияла.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.