

МТС компанияһы Белорет районындағы “Айғыр” тимер юлы станцияһын LTE стандартындағы элемтә менән тәьмин итте. Унда урындағы иҫтәлекле урындарға – “Шүрәле теше” ҡаяларына, “Өфө түбәһе”нә, “Бәләкәй Ямантау” һыртына популяр һуҡмаҡтар башлана. База станцияһының эшләй башлауы – “Һанлы иҡтисад” милли проектының бер өлөшө. Ул күп һанлы туристарға юғары тиҙлекле мобиль интернет хеҙмәтенән файҙаланырға, заманса һанлы сервистар ҡулланырға, һәр саҡ бәйләнештә булып, маршруттарҙа юғалмау мөмкинлеген бирәсәк.
“Айғыр” станцияһында МТС компанияһы үҙенең база станцияһын урынлаштырған, ә Рәсәй тимер юлдары компанияһы бының өсөн үҙенең майҙансығын бүлде. Куйбышев тимер юлы булышлығы менән МТС-тың интернеты аҙ һанлы Айғыр ауылын, шулай уҡ Көньяҡ Урал тауҙарында ошо уҡ исемдәге популяр тау приютын ҡаплай, унда туристар тәмле ашай һәм ҡуна ҡалырға мөмкин.
– Айғыр ҡаялары – Көньяҡ Уралдағы популяр урын, Башҡортостандың йөҙөк ҡаштарының береһе. Бында ҡышын һәм йәйен әүҙем ял итеүҙе үҙ иткән меңдәрсә турист килә. Быйыл Айғырҙа юғалған туристар хаҡында хәүефле хәбәрҙәр күп булды. Ауылда һәм уның тирә-яғында сифатлы элемтәнең булмауы хәлде ҡатмарлаштырҙы. Беҙ рекреацион зоналарҙа ихтыяж менән файҙаланған йүнәлештәрҙе даими анализлайбыҙ һәм яңы LTE стандартындағы станцияларҙы файҙаланыуға тапшырабыҙ. Был туристарға ла, урындағы халыҡҡа ла һәр ваҡыт элемтәлә булырға һәм заманса һанлы сервистар менән файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк, – тине МТС-тың Башҡортостандағы директоры Егор Фисюк.
– Куйбышев магистрале һәр ваҡыт пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға ынтыла. Мобиль элемтә һәм интернет кеүек, быға тиклем бәйләнеш булмаған йәки был операцияларға инеү мөмкинлеге булмаған станцияларҙа заманса сервистарҙы үҫтереү, һис шикһеҙ, сәфәр ваҡытында уңайлыҡты арттырасаҡ, – тине Куйбышев тимер юлының баш инженеры урынбаҫары Евгений Мельников.
Шулай итеп, МТС компанияһы 2021 йылда популяр ял итеү урындарында бәйләнеш селтәренең һыйҙырышлығын арттырыу буйынса билдәләнгән планды тамамлай. Быйыл компания республиканың бер юлы бер нисә популяр туристик урынын – Бөрө районы биләмәһендәге ҙур күл һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы янындағы Ғафури районының Толпар ауылын элемтә менән тәьмин итте. Артабан компания тауыш элемтәһе сифатын яҡшыртыуҙы һәм төп рекреацион зоналарҙа мобиль интернет тиҙлеген арттырыуҙы дауам итәсәк.
Билдәле булыуынса, “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Цифровая экономика”) ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: fujiclub.pro.