Милли проекттар
15 Ғинуар 2022, 05:30

Ура, ремонт тамамланды!

Дауахана өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынған. Икенсе ҡатта балалар поликлиникаһы урынлашҡан.

Ура, ремонт тамамланды!Ура, ремонт тамамланды!
Ура, ремонт тамамланды!

Шаран үҙәк район дауаханаһында капиталь ремонт тамамланды. Һүҙ дүрт ҡатлы терапия корпусы тураһында бара. Ремонтҡа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 20 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

Дауахана өсөн яңы ҡорамалдар һатып алынған. Икенсе ҡатта балалар поликлиникаһы урынлашҡан. Бында тар белгестәр ҙә байтаҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, балалар поликлиникаһында эшләр өсөн ике участка педиатры килгән. Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтер өсөн район хакимиәте йыл һайын өҫтәмә автомобиль бүлә.

– Беҙ көн һайын ундан утыҙға тиклем бала ҡабул итәбеҙ. Яңы йыл алдынан беҙгә ҙур бүләк яһанылар, балалар стоматологияһы өсөн айырым кабинет асылды, – ти Шаран үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Йәнгиров.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас