

Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы Лизинг фондын тотоусы булараҡ, конкурсҡа ғаризалар ҡабул итә. Һайлау алыуҙа эшҡыуарҙар ҙа, үҙмәшғүлдәр ҙә ҡатнаша ала. Документтар 10 февралгә тиклем ҡабул ителә. Ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") республикала тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәтелә.
– Лизинг фондының күләме 183 миллион һум тәшкил итә, ә ғәмәлдәге портфеле – 33 килешеү буйынса 121 миллион һум. Былтыр, Башҡортостан иҡтисадының тотроҡлоғон күтәреү буйынса сараларҙың өсөнсө пакеты сиктәрендә, Лизинг фондын 60,5 миллион һумға тиклем капиталлаштырыуға еткерелде. Ярҙамды 30 лизинг алыусыға бирергә иҫәп тотабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Лизинг фонды ярҙамында эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә сәнәғәт һәм технологик, медицина, ауыл хужалығы ҡорамалдарын һәм техникаһын, махсус техника, транспорт сараларын (еңел автотранспорттан һәм мотоциклдарҙар тыш) алырға мөмкин.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ғәмәлдәге лизинг килешеүе буйынса бирелгән ярҙам күләме дүрт миллион һумдан артырға тейеш түгел. Биреү ваҡыты – биш йыл.
Документтар эш көндәрендә 09:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем (13:00–14:00 сәғәттә тәнәфес) ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 37, 2-се корпус, 2-се ҡат, 202-се кабинет.
Рәсми сайт: www.gf-cmbrb.ru. Телефондар: (347) 224-99-99, өҫтәмә 600, 601, 602, 603, 604. E-mail: info@cmbrb.ru .
Өҫтәмә мәғлүмәт һәм ғариза менән норматив документтар бүлегендә (разделе) танышырға мөмкин.
Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан