Милли проекттар
16 Ғинуар 2022, 13:30

Эшҡыуарҙар халыҡ-ара электрон сауҙа майҙандарында ҡатнаша ала

2021 йылда  Башҡортостандың 210 предприятиеһы өсөн 274 яңы аккаунт булдырылған һәм халыҡ-ара электрон сауҙа майҙанында 18 меңдән ашыу тауар урынлаштырылған.

Эшҡыуарҙар халыҡ-ара электрон сауҙа майҙандарында ҡатнаша алаЭшҡыуарҙар халыҡ-ара электрон сауҙа майҙандарында ҡатнаша ала
Эшҡыуарҙар халыҡ-ара электрон сауҙа майҙандарында ҡатнаша ала

Быйыл Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге Хөкүмәт ултырыштарының береһендә республика предприятиеларына халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарында (маркетплейс) тауарҙарын урынлаштырыуға ярҙам саралары ҡаралды.

– Баҙарға яңы тауарҙарҙы – аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар, IT-ҡарарҙар сығарыуға әүҙем булышлыҡ итәбеҙ. Маркетплейстарҙа беҙҙең тауарҙарҙы һатыу киңлеге донъяның 50 иленә тиклем етте, – тип билдәләне ултырышта республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге тарафынан ҙур системалы эш башҡарылған, шул иҫәптән экспорт ярҙамы сараларын камилаштырыу буйынса ла. Атап әйткәндә, эшҡыуарҙар менән эшләү көсәйтелгән. Төбәк Экспортҡа ярҙам үҙәге, алдағы йыл менән сағыштырғанда, күрһәткән хеҙмәттәр 25 процентҡа артҡан: 650-нән 800-гә тиклем. Үҙәк ярҙамында экспорт контракты төҙөгән ойошмалар һаны 30 процентҡа күбәйгән, йәғни 130 компанияға еткән.  Шулай уҡ экспортҡа ярҙам итеү 36 миллион долларҙан 50 миллион долларға тиклем артҡан.

2019 йылда маркетплейстарҙа 328 үҙенсәлекле компания  индерелгән һәм 39 меңдән ашыу тауар позициялары ҡуйылған. 2021 йылда 210 Башҡортостан предприятиелары өсөн 274 яңы аккаунт булдырылған һәм халыҡ-ара электрон сауҙа майҙанында 18 меңдән ашыу тауар урынлаштырылған.

Ике йыл рәттән маркетплейстар өсөн компанияларҙың һанлы паспортын тултырыуға республика бюджетынан аҡса бүленә: 2020 йылда – 2,5 миллион һум, 2021 йылда – дүрт миллион һум.

Министрлыҡ һәм республиканың Экспортҡа ярҙам үҙәге булышлығында уҙған йылда өс франшиза урынлаштырылған: шәхси эшҡыуар Альбина Илдар ҡыҙы Назарова – депиляция һәм “SAHAR&VOSK” шугаринг салондары селтәре, “МСК-Мобайл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – халыҡ-ара инновациялы ИТ-компания, “Перспектива 24” компанияһы – күсемһеҙ милек агентлығы селтәре. Компанияларға Topfranchise.com маркетплейсына ҡуйыу һәм артабан таратыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтелгән, шулай уҡ көндөҙгө  һәм онлайн белем биреү тренингтары үткәрелгән.

Әлбиттә, был саралар республика предприятиеларына сит ил баҙарына сығырға ярҙам итә. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международный экспорт и кооперация”) ғәмәлгә ашырыуға ҙур этәргес булып тора.

Фото: fa.mk.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас