

Быйыл 20 ғинуарҙа “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең “Рәсәй компанияларының Төркиәнең дәүләт тендерҙарында ҡатнашыуы” темаһына беренсе халыҡ-ара консультацияһы уҙасаҡ.
– Республиканың Төркиә менән хеҙмәттәшлеге төрлө йүнәлештәрҙә үҫешә. Төркиә Башҡортостандың күптәнге уҙаҡташы. Экспорт ҡеүәтен үҫтереү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Беҙҙең төбәк өсөн традицион тармаҡтарҙа илдәге һәм сит илдәге һорауҙарҙы ҡәнәғәтләндереп, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәштек, – тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Төркиә баҙары үҙҙәренең тауары менән дәүләт тендерҙарында ҡатнашырға һәм проекттарға инвестициялар һалырға әҙер Рәсәй компанияларына ҙур мөмкинлектәр аса.
Төркиәлә Рәсәй эспорт үҙәге вәкиле Радик Ғиматдинов һәм дәүләт һатып алыуҙары буйынса белгес, “10k Danışmanlık” компанияһы кәңәшсеһе Эрен Топрак Төркиәләге дәүләт һатып алыуҙары үҙенсәлектәре, Төркиә баҙарына ингәндә Рәсәй компанияларына асыласаҡ мөмкинлектәр, һатып алыуҙа ҡатнашҡан компаниялар нимәгә иҫәп тота алыуы тураһында һөйләйәсәк.
Әлбиттә, был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара экспорт һәм коопеарция” милли проектың (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Консультация 20 ғинуарҙа 12:00 сәғәттә ВКС форматында уҙа. Унда ҡатнашырға теләгәндәр 18 ғинуарға тиклем Рәсәй экспорт үҙәге сайтында (https://www.exportcenter.ru/) шәхси кабинет аша теркәлә ала. Бәйләнеш өсөн электрон почта: a.chentsova@exportcenter.ru.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда Төркиәлә тендерҙар күләме 173 миллиард төрөк лирын тәшкил иткән, был милли килемдең өс проценты, ә былтыр тәүге ярты йыллыҡта бөтәһе 124 миллиард лирға 46907 ғариза иғлан ителгән.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан