

Быйыл 10–12 мартта Индонезияла (Джакарта ҡалаһы) “Иннопром. Индонезиялағы ҙур сәнәғәт аҙнаһы” халыҡ-ара күргәҙмәһә уҙасаҡ.
Сарала Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, Индонезияның иҡтисад һорауҙары буйынса министр-координаторы Аирланг Хартарто ҡатнаша.
– Халыҡ-ара күргәҙмәләр Башҡортостан Республикаһына сара ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларына үҙ тауарҙарын күрһәтеү мөмкинлеген, сифатын һәм көнәркәшлек һәләтен күрһәтеү мөмкинлеген бирә, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Күргәҙмәлә түбәндәгеләр ҡаралған:
– Власть органдары етәкселәре һәм эшҡыуарҙар ҡатнашлығында көнүҙәк эшлекле программа;
– Денис Мантуров һәм Аирланг Хартартоның ҡатнашыуы;
– Индонезия Хөкүмәтәте етәкселәре ҡатнашлығында Индонезиялағы сит ил компаниялары эше мәсьәләһе буйынса Q&A сессия;
– Ҙур инфраструктура проекттарын презентациялау;
– Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренән компаниялар етәкселәре һәм тармаҡ байерҙары ҡатнашлығында #B2B формантында эшлекле аралашыу;
– Рәсәй һәм Индонезия компаниялары ҡатнашлығында презентация;
– Ике илдең профилле министрҙары ҡатнашлығында “Рәсәй–Индонезия” хөкүмәт-ара комиссия үткәреү.
#ИННОПРОМда ҡатнашыусылар G20 өҫтөнлөктәре менән файҙалана ала: илгә инеү ябайлаштырыла, covid–талаптар еңелләштерелә, йәшел коридор.
Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге СПМ күргәҙмәһендә ҡатнашыуға бәйле сығымдарҙы үҙенә ала: ҡуртым, урынлаштырыу һәм теркәү иғәнәһен. Компаниялар юл, йәшәү һәм шәхси сығымдарын ғына түләй. Республика тарафынан бындай ярҙам Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Күргәҙмәлә ҡатнашыуға ғаризаны электрон почта (zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru) аша “Күргәҙмәгә ғариза” билдәһе менән ҡалдырырға мөмкин. Белгестәр яуап итеп тултырыу өсөн форманы ебәрәсәк.
Хатҡа тултырылған анкетаны, бурыс булмауы тураһында белешмә һәм ЕГРЮЛ күсермәһен һалырға кәрәк. Документтарҙың төп нөсхәһен Үҙәккә ебәрергә кәрәк, адресы – 450008, Пушкин урамы, 95, 300-сө офис, 5А кабинеты. Һорауҙарығыҙ булһа, +7 347 246 85 69, +7 927 354 12 15 телефондары аша шылтыратығыҙ.
Фото: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан