Милли проекттар
18 Ғинуар 2022, 10:35

Эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитетының ултырышы үтте.

Эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылаЭҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла
Эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса проект комитетының ултырышы үтте, уны республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин алып барҙы.

Сарала төбәк проекттары етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.  Башҡортостандың  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова “Башҡортостан Республикаһында  балалар тыуғанда ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү”, “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү”, “Өлкән йәштәгеләргә системалы ярҙам күрһәтеү һәм йәшәйеш сифатын күтәреү” төбәк программаларының тормошҡа ашырылыуы хаҡында һөйләне.

-  Тыуымды арттырыу йәһәтенән  Хөкүмәт тарафынан раҫланған “юл картаһы” бар. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: халыҡтың репродуктив сәләмәтлеген яҡшыртыу; балалы ғаиләләргә бәйле даими ҡиммәттәр һәм ыңғай образ булдырыу, ғаиләләргә, балалар тыуғанда һәм уларҙы тәрбиәләгәндә йәшәйеш өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән, финансҡа бәйле булмаған сараларҙы тормошҡа ашырыу, - тип билдәләне үҙ сығышында Ленара Иванова.

 “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектына ярашлы, йыл дауамында халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү инфраструктураһы яңыртылған. Ошо йәһәттән, баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы, Нефтекама ҡалаһындағы төньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәктәренә заманға ярашлы ремонт яһалған.

Әйткәндәй, быға тиклем, алдағы йылдарҙа “Демография” милли проектына ярашлы, декрет ялындағы әсәләрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителде, әсәләргә бушлай өҫтәмә белем алыу йәки квалификацияһын күтәреү мөмкинлеген биргән махсус программа тормошҡа ашырылды, унда рәсми эш урыны булған, әле өс йәшкә тиклем сабыйын ҡарау ялындағы ҡатындар ҙа ҡатнашты.

Был ғәмәлдең системаһына килгәндә,   әсәләргә һөнәри белем биреү эшен ойоштороусы ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға (дәүләт һәм муниципаль учреждениеларынан тыш) республика ҡаҙнаһынан субсидия бирелде.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, был сара ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Демография” милли проекты сиктәрендәге “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу ” төбәк проектына ярашлы ойошторолғайны.  Декрет ялындағы ҡатындарға һөнәри белем биреүҙең маҡсаты – уларҙың квалификацияһын күтәреү, теоретик һәм практик белемен, оҫталығын арттырыу, һөнәри эшмәкәрлек буйынса өр-яңы техниканы, технологияларҙы өйрәтеү, ғәмәлдәге квалификацияға ярашлы эш таба алмауға бәйле һөнәрҙе, мәшғүллекте үҙгәртеү.

Һис шикһеҙ, был өйҙә бәләкәс бала менән ултырған әсәләр өсөн ҙур ярҙам булды. Мәҫәлән, Зилә исемле ҡатын  былай тип һөйләне:

“Мин декрет ялында ултырған саҡта урындағы мәшғүллек үҙәгенән шылтыраттылар, һөнәри белем алырға тәҡдим иттеләр. Күптән фотограф һөнәре нескәлектәрен төшөнөргә хыяллана инем, ләкин мәшғүллек үҙәге тәҡдим иткән курстар араһында ундайы  табылманы. Әммә мин аптырап ҡалманым, кадрҙар эшен өйрәнергә булдым.  Миңә дистанцияла лекциялар ебәрҙеләр, бер ай эсендә мин бик күп яңылыҡтар белдем, яңы һөнәргә төшөндөм. Һөҙөмтәлә декрет ялы бөткәс, йорт эргәһендәге ойошмала ошо һөнәр буйынса эш урыны таптым. Мин, ысынлап та, был мөмкинлек булғанға ҡыуанам”, -  ти Зилә.

Шулай уҡ “Демография” милли проектының “Өлкән йәштәгеләр” федераль проектына  ярашлы республикала байтаҡ эштәр башҡарыла.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ил халҡының  “ҡартая” барыуы – көнүҙәк мәсьәлә,  был күптән нығынған  социаль-демографик тенденция булып тора һәм шул иҫәптән йәмғиәттә социаль хеҙмәт күрһәтеү тармаҡтарының да  роле арта. Өлкән йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы  оҙайлы ваҡыт дауамында ҡарау буйынса системаны ойоштороу ихтыяжы дәүләт тарафынан билдәләнгән. Шул иҫәптән “Демография” милли проектының  “Өлкән йәштәгеләр” федераль проекты буйынса, 2024 йылға тиклем, Рәсәйҙә, ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, был мәсьәлә тулыһынса хәл ителергә тейеш.

Яңы системаның маҡсаты  – хеҙмәтләндереүгә, ҡарауға мохтаж граждандарҙың тормош сифатын тәьмин итеү, сәләмәтлеген хәстәрләү, социаль хеҙмәтләндереү ысулын һайлау мөмкинлеген биреү. Проектҡа ярашлы, кешенең мохтажлыҡ кимәле асыҡланасаҡ һәм унан сығып, оҙайлы ҡарау һәм хеҙмәтләндереүҙең социаль пакеты билдәләнәсәк.

Башҡортостанда  быйылдан башлап ил төбәктәре араһында беренселәрҙән булып ошо пилот проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ленара Иванова әйтеүенсә, 2019-2021 йылдарҙа Башҡортостан  бындай төбәктәр исемлегенә инмәһә лә, әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барылған: норматив-хоҡуҡи базаға үҙгәрештәр индерелгән, стационар учреждениеларҙың матди-техник базаһы нығытылған,  хеҙмәтләндереүсе персоналға уҡытыу ойошторолған, яңы технологиялар ҡулланыу мәсьәләләре ҡаралған.

Унан тыш, “Өлкән йәштәгеләр” милли проектына ярашлы, республикала үҙ ҡурсаланыу шарттарында булған, бер үҙҙәре йәшәгән, хроник сирҙәрҙән яфаланған, мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалидтарға  ярҙам күрһәтеү өсөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге базаһында махсус координация үҙәге булдырылған.

Ғөмүмән, бөгөн Рәсәйҙә ололарға иғтибар ҙур, сөнки эшкә яраҡлы граждандар араһында өлкән йәштәгеләр һаны йыл­дан-йыл арта (әле улар­ҙың эшкә яраҡлылар араһындағы дөйөм күләме 20 процент самаһы), улар халыҡтың иң күп һанлы демографик һәм социаль төр­көмдәренең береһен тәшкил итә.

Медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге заман ҡаҙаныштары уртаса ғүмер оҙонлоғон арттырһа ла, шул уҡ ваҡытта репродуктив күрһәткестәрҙең кәмеүе үлемдең тыуымдан артығыраҡ булыуына килтерә. Ошо шарттарҙа йәмәғәт­селек һәм дәүләт ойошмалары оло йәштәгеләрҙең йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы өсөн камилыраҡ шарттар булдырырға тейеш, сөнки беҙҙең өлкәндәрҙең тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһенә мохтажлығыбыҙ бар.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:  strategy24.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас