

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле баш ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ингән күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Шундайҙарҙың береһе – Эшсе хәбәрселәр урамының Академик Ураҡсин урамынан алып Степан Кувыкин урамына тиклемге өлөшөн реконструкциялау. Проект былтыр йәй тормошҡа ашырыла башланы. Эште быйыл IV кварталда тамамлау күҙаллана.
Реконструкция барышында 752 метрлыҡ дүрт һыҙатлы автомобиль юлы һалыу, “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, газ, электр, һыу тәьминәте, йылылыҡ селтәрҙәрен үҙгәртеп ҡороу, шулай уҡ канализация төҙөү ҡарала. Бынан тыш, тротуарҙар, велосипед юлдары, йәмәғәт транспорты туҡталыштары төҙөлә. Яҡтыртҡыс ҡулайламаларын яңыртыу, газон һалыу планлаштырыла.
Заказсының вәкиле белдереүенсә, объектта төҙөлөш-монтаж ғәмәлдәре раҫланған графикка ярашлы бара.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/437348.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/206618