Милли проекттар
18 Ғинуар 2022, 07:15

Күпкә һөҙөмтәлерәк итеү өсөн

Кадрҙар үҙәге “Рәсәй эше” бренды аҫтында эшләйәсәк.

Күпкә һөҙөмтәлерәк итеү өсөнКүпкә һөҙөмтәлерәк итеү өсөн
Күпкә һөҙөмтәлерәк итеү өсөн

Нефтекама ҡалаһында Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәген заманлаштырыу тамамланып бара. Унда 2022 йылда заманлаштырыу проектын тормошҡа ашырыуға әҙерлек сиктәрендә төбәк бюджет иҫәбенә капиталь ремонт тамамланды. Кадрҙар үҙәге “Рәсәй эше” бренды аҫтында эшләйәсәк. Финанслау күләме 13,9 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән 13,7 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһы бюджетынан.

- Киләсәктә республикалағы барлыҡ ҡалаларҙа ошондай кадрҙар үҙәктәрен төҙөү планлаштырыла, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Нефтекама ҡалаһында Төньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бинаның эсен биҙәү буйынса эштәр тамамланған, видеокүҙәтеү, һаҡ сигнализацияһы ҡуйылған. Үҙәк директоры Людмила Акулованың һүҙҙәренә ҡарағанда, хеҙмәткәрҙәрҙең эш урындарын йыһазландырыу, граждандар һәм эш биреүселәр өсөн ҡунаҡ зоналарын, төркөмдәр менән консультациялар үткәреү ҡалған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһында мәшғүллек үҙәктәре эшмәкәрлеген күтәреү буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Улар был хеҙмәттәр эшен ойоштороу буйынса берҙәм талаптарҙы сафҡа индереүҙе күҙаллай. Ошо үҙгәртеүҙәрҙең төп маҡсаты – хеҙмәт эшен күпкә һөҙөмтәлерәк һәм уңайлыраҡ итеү. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарының береһе.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас