

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) нигеҙендә Республика клиник онкология диспансеры ике юғары энергетик тиҙләткес – Elekta Versa и Elekta Infinity – алды.
Яңы ҡорамалдар нурланыш ваҡытын үҙгәртмәйенсә юғары аныҡлыҡты һәм сифатты тәьмин итеп, ҡатмарлы нур терапияһы ғәмәлдәрен башҡарырға мөмкинлек бирә.
Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, яңы ҡорамалда нур терапияһы тәжрибәһе операциянан баш тартҡан пациенттан башланған. Республика клиник онкология диспансеры табиптарының уртаҡ тырышлығы менән үпкәһендә яман шеш асыҡланған ҡатынды дауалау планы төҙөлә. Тикшереү барышында пациенттың лимфа биҙҙәрендә үҙгәрештәр һәм метастазалар асыҡланмай. Бындай осраҡтарҙа нур терапияһы ярҙамында дауалау ыңғай һөҙөмтә бирә.
– Аҙ ғына туҡымаға юғары дозалы нур йүнәлтеү һөҙөмтәһендә кешенең ғүмерен оҙайтыуға, уны һауыҡтырыуға өлгәшәсәкбеҙ. Организмда яман шеш эргәһендәге туҡымаларға етди зыян килтермәйенсә, 1-5 сантиметр ҙурлыҡтағы шеште нур ярҙамында бөтөрә алабыҙ. Был стереотаксик нур терапияһы йәки радиохирургия тип атала, – тине Адель Измайлов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/207118
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207118