Милли проекттар
19 Ғинуар 2022, 07:30

Бәләбәйҙә биш фандомат ҡуйыла

Магазинда ошо балдар менән иҫәпләшергә мөмкин.

Бәләбәйҙә биш фандомат ҡуйылаБәләбәйҙә биш фандомат ҡуйыла
Бәләбәйҙә биш фандомат ҡуйыла

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл март айында республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторы “Экология Т” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Бәләбәй ҡалаһында пластик һәм алюмин һауыттарҙы йыйыу өсөн фандоматтар ҡуйырға ниәтләй.

Әле “Экология Т” йәмғиәте Бәләбәйҙә биш фандомат ҡуйыу өсөн “Пятерочка” сауҙа селтәре менән килешеү төҙөгән. Бер пластик шешә йәки алюмин  банка тапшырған өсөн һатып алыусыға “Пятерочка” сауҙа селтәренең лояллек картаһына 10 балл күсерелә. Магазинда тауар һатып алғанда уның менән иҫәпләшергә, ташлама алырға мөмкин.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров әйтеүенсә, бындай фандоматтар граждандарҙың экологик мәҙәниәтен үҫтереү, ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙы дәртләндереү йәһәтенән башланғыс этаптарҙың береһен тәшкил итә.

– Сүп-сарҙы айырып йыйыу системаһы ҡалдыҡтарҙы селектив йыйыу иҫәбенә һәр кеше тарафынан сығымды ҡаплауға килтерәсәк, – тине министр. – Был экологияға көсөргәнеште кәметеү, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатын яҡшыртыу һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыу” федераль проектының һөҙөмтәлелегенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/424058/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207435

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас