

Рәсәйҙең иҡтисад министры Максим Решетников, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты (национальный проект «Производительность труда и поддержка занятости») рейтингы буйынса, РФ төбәктәре менән кәңәшмә уҙғарҙы.
Башҡортостан Республикаһы исеменән сарала БР Премьер-министры урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.
Милли проект илдә киң танылыу яуланы һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Дүрт йыл дауамында тормошҡа ашырылған проектта 71 төбәктән өс меңдән ашыу предприятие ҡатнаша.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар милли проектты тормошҡа ашырған төбәктәрҙе дәртләндереү механизмын ҡараны, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тәжрибәһе яҡшы булған субъекттарҙың рейтингын барланы.
“Рейтингтың бурысы – предприятиеларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә булышлыҡ итһендәр өсөн төбәктәрҙе дәртләндереү. Милли проект иҡтисадты үҫтереүҙә, өс процент үҫешкә етеүҙә мөһим роль уйнай. Уның саралары ҙур финанс сығымдар һалмайынса, кәрәкле һөҙөмтә алырға мөмкинлек бирә”, - тип билдәләне Максим Решетников.
Рейтинг еңеүселәре “Етештереүсәнлек 360” форумын уҙғарыу хоҡуғын ала, уларҙы февралдә иғлан итәсәктәр. 2021 йылдың дүртенсе квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй төбәктәре араһында тәүге өс субъект иҫәбенә инде. Рейтинг “Производительность.рф” сайтының ИТ-платформаһында баҫылған.
Унда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты структураһына ингән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларын башҡарыусы төбәктәрҙең компетенциялар үҙәктәре эшмәкәрлеге баһалана. Башҡортостан был өлкәлә иң юғары 10 балдан 8,68 балл йыйып, өсөнсө урында бара.
“Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына республиканың 126 предприятиеһы йәлеп ителгән. Был ҡуйылған федераль бурыстан өс тапҡырға юғары. “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларын төп башҡарыусы итеп Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге тәғәйенләнгән. Был үҙәктең төп бурысы – республика предприятиеларында һаҡсыл етештереү ысулдарын индереү сараларын тормошҡа ашырыу. Беҙҙең үҙәк Рәсәйҙә лидерҙар араһында иҫәпләнә, бынан тыш, сифатлы эшмәкәрлеге өсөн предприятиелар тарафынан юғары баһаланды – 97 процент”, - тине Рөстәм Моратов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты 2018 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланғайны, ул илебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеген 2024 йылға саҡлы йыл һайын биш процентҡа арттыра барыуҙы күҙ уңында тота.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан