

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикала медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы эндоскопия хирургияһы өсөн яңы электр механика ҡорамалы алды.
Заманса ҡорамал бәләкәй тишемле, аҙ йәрәхәттәр ҡалдырған операциялар яһарға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ пациенттың тиҙ һауығыуына булышасаҡ. Реабилитация осоро ҡыҫҡарасаҡ. Эндоскопия ҡорамалы республика бюджеты иҫәбенә алынған.
– Бындай ҡорамал шулай уҡ 2020 йылда ла алынғайны. Яңы технологиялар диагностика сифатын яҡшыртырға, ресурстарҙы янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк, тикшеренеүҙәр үткәргәндә пациенттар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырасаҡ, – ти дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.