Милли проекттар
19 Ғинуар 2022, 08:30

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Хәйбулла районының ауыл хужалығы идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл 212 берәмек трактор, 36 йөк автомобиле, 64 урып-йыйыу комбайны ремонтланасаҡ.

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнәЕр эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса райондарҙа игенселек тармағында эшләгән фермерҙарға бар яҡлап та ҙур иғтибар бүленә. 

Төбәк аграрийҙарына ҡыш көнө лә тик ултырырға ваҡыт юҡ. Улар әле үк яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек башлаған: техника-агрегаттарҙы ремонтлау бара, яғыулыҡ-майлау материалдары яйлап туплана.

Хәйбулла районының ауыл хужалығы идаралығы белдереүенсә, быйыл 212 берәмек трактор, 36 йөк автомобиле, 64 урып-йыйыу комбайны ремонтланасаҡ. Яҙғы сәсеүгә техниканы әҙерләү һәм уны ремонтлау эшен контролдә тотоу маҡсатында районда штаб булдырылған. Әле 127 берәмек трактор, ете йөк машинаһы ремонтланған. Бигерәк тә Сергей Лоскутов, Илдар Иҫәнгилдин, Илһам Үлйәбаевтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында техниканы яҙғылыҡҡа әҙерләү өсөн механизаторға бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.

Әйткәндәй, Хәйбулла районы фермерҙары йыл һайын тиерлек техника паркын яңыртып тора. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото һәм сығанаҡ: "Хайбуллинский вестник" гәзитенән.

Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Ер эшселәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас