Милли проекттар
19 Ғинуар 2022, 05:30

Ике ауылда тиҙҙән ФАП асыла

Әле бригада объекттарҙа эске эштәргә тотондо.

Ике ауылда тиҙҙән ФАП асылаИке ауылда тиҙҙән ФАП асыла
Ике ауылда тиҙҙән ФАП асыла

Стәрлебаш районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” федераль проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу” төбәк программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Стәрлебаш районының ике ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөшө әүҙем бара.

Яңы йылға тиклем подряд ойошмаһы Йәшергән һәм Һарайҫа ауылында яңы ФАП-тар төҙөлөшөн ахырына еткерҙе тиерлек. Әле бригада объекттарҙа эске эштәргә, атап әйткәндә, иҙәнгә бетон түшәүгә, стеналарҙы йөҙләүгә тотондо.

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ф.К. Хәбибуллин әйтеүенсә, быйыл бөтә төҙөлөш-ремонт эштәрен тамамлау, кәрәкле ҡорамалдар килтереү планлаштырыла, сөнки халыҡтың һаулығын һаҡлау нигеҙҙәренең береһе – медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыу.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/207365

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207365

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас