Милли проекттар
20 Ғинуар 2022, 10:20

Дәүләт программалары ярҙамында торлаҡлы булғандар

Һәр программаның һайлап алыу критерийы бар.

Дәүләт программалары ярҙамында торлаҡлы булғандарДәүләт программалары ярҙамында торлаҡлы булғандар
Дәүләт программалары ярҙамында торлаҡлы булғандар

Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Торлаҡ” программаһы сиктәрендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән дүрт төп дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла.

– 2021 йылда алты ғаилә дәүләт программалары буйынса торлаҡлы булды. Субсидиялар “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү”, “Уңайлы һәм арзан торлаҡ менән тәьмин итеү”, социаль яллау килешеүе буйынса бирелгән торлаҡҡа мохтаж булған һәм 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң иҫәпкә торған, ауыр хроник сирҙән яфаланған инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программалары нигеҙендә тапшырылды, – тине хакимиәттә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә торлаҡ мәсьәләләре буйынса баш белгес Эльвира Ғаянова.

Һәр программаның һайлап алыу критерийы бар. Уларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ, даими йәшәү урыны, өҙлөкһөҙ стаж, шәхси аҡса, ғаилә ағзаларының йәше һәм башҡалар инә. Дәүләт программаларында ҡатнашыу шарттары менән район хакимиәте сайтында (https://askino.bashkortostan.ru/activity/32457) ентеклерәк танышырға мөмкин.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/424255/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/207873

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас