

Нуриман районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Нуриман районы бүлегендә “Эш эҙләү оҫтаханаһы” берҙәм социаль яраҡлашыу көнө үтте.
Мөрәжәғәт иткән граждандар хеҙмәт баҙарының хәҙерге талаптары хаҡында хәбәрҙар булды, резюме төҙөү, эш биреүсе менән әңгәмәләшеү оҫталығын үҙләштереү, уның менән аралашҡанда үҙең менән таныштырыу күнекмәләрен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр алды. Шулай уҡ улар ниндәй һөнәргә әүәҫ булыуын һәм һәләтен асыҡлау, эшкә дәртләндереү һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү йәһәтенән тест үтте.
“Беҙҙең халыҡ мәшғүллеге үҙәге бындай сараларҙы даими уҙғара. Уҡыу барышында алған белемен граждандар эш эҙләгәндә уңышлы файҙалана”, – тине Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Нуриман районы бүлеге етәксеһе Флорида Ғәлиева.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/208315