Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Ғинуар 2022, 13:15

Табиптар ҡорамалды маҡтап бөтә алмай

Улар ярҙамында йөҙҙән ашыу операция үткәрелгән дә инде.

Табиптар ҡорамалды маҡтап бөтә алмай
Табиптар ҡорамалды маҡтап бөтә алмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, Башҡортостанда медицина учреждениеларын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу дауам итә. Өфөнәң 21-се ҡала дауаханаһы яңыраҡ ике “Yenar Media” наркоз аппараты алды. Аппараттарҙың дөйөм хаҡы – 4 598 356  һум.

Медицинала наркоз-тын алыу аппараты тип газ рәүешендәге һәм шыйыҡ анестетиктарҙың дозировкаланған  ҡатнашмаһы менән дөйөм анестезияны тәьмин иткән приборҙы атайҙар.  Бер үк ваҡытта пациенттың йәшәү күрһәткестәрен һәм параметрҙарын билдәләй. Наркоз биргәндә аппарат пациенттың үпкәһенә тейешле кимәлдә яраҡлы температуралағы һәм дымлылыҡтағы  газлы ҡатнашмаларҙы илтә.

21-се дауахана белгестәре яңы ҡорамалдар тураһында бик яҡшы фекерҙә, улар ярҙамында йөҙҙән ашыу операция үткәрелгән дә инде. “Заманса анестезиология ҡорамалы төҫлө дисплейлы һәм башҡа өҫтөнлөктәре булыуы менән беҙҙәге операция ҡорамалдарына яҡшы өҫтәмә булды,” – ти 21-се ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: