Милли проекттар
21 Ғинуар 2022, 09:45

Йәш гагаринсылар сафы тулылана

Олимпиадала мәктәпкәсә йәштәге 67 бала ҡатнашты.

Йәш гагаринсылар сафы тулыланаЙәш гагаринсылар сафы тулылана
Йәш гагаринсылар сафы тулылана

Стәрлебаш районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, райондағы мәктәпкәсә йәштәге балалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә кескәйҙәр араһында үткәрелгән интеллектуаль полиолимпиада – “Беҙ – гагаринсылар!” олимпиадаһының беренсе (локаль) этабында ҡатнашты.

Быйыл Стәрлебаштың алты балалар баҡсаһы сабыйҙары йәш гагаринсы булырға ҡарар итте. Олимпиадала мәктәпкәсә йәштәге 67 бала ҡатнашты. Уларға айырым бланктарҙа бирелгән 14 эште башҡарыу бурысы ҡуйылды. Эштәр балаларҙың логик фекерләү кимәлен, математик һәләттәрен һәм телмәр үҫешен асыҡлауға йүнәлтелгәйне.

Мәғлүм булыуынса олимпиаданың локаль этабында еңеүселәр муниципаль этапҡа сығасаҡ. Уның йомғаҡтары буйынса барлыҡ еңеүселәр, призерҙар грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.

“Йыл һайын балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре олимпиадала ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша, бирелгән мәсьәлә-күнегеүҙәрҙе ҙур теләк менән сисә. Йәш гагаринсылар сафының йылдан-йыл һәләтле, зирәк балалар менән тулыланыуы ҡыуаныслы”, – тине Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Р.Н. Кәримов.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/208992

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас