Милли проекттар
22 Ғинуар 2022, 06:30

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә Хәйбулла йүнселе ниндәй проект тәҡдим итте?

Башҡорт тоҡомло аттар үрсетәБашҡорт тоҡомло аттар үрсетә
Башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” һәм  “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә ҙур иғтибар бүленә. Хакимиәттәрҙә аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү – быға аныҡ дәлил.

Хәйбулла районында быйылғы йылдың тәүге "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" онлайн форматта үтте һәм унда бер проект тәҡдим ителде. Иҫәнгилде ауылынан Нур Күсәрбаев башҡорт тоҡомло йылҡылар үрсетергә ниәтләй. Эшҡыуар 2017 йылдан алып башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән шөғөлләнә.

Киләсәктә ул шәхси эшен асыу һәм үҫтереү маҡсатында, башҡорт тоҡомло һауын бейәләре һәм ауыл хужалығы техникалары алырға планлаштыра.

Был ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙам кәрәк.  Шәхси эшҡыуарлыҡты асыуға һәм үҫтереүгә “Агростартап” программаһы буйынса субсидия алыу маҡсаты менән Нур Күсәрбаев “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ проектын тәҡдим итә. Координацион советтың сираттағы ултырышында ҡатнашыусылар эшҡыуарҙың проектын уңышлы тип табып, тәҡдим ителгән инвестиция проекты буйынса  дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттарын ҡарарға ҡушылды.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, был милли проект биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас