

Күптән түгел Өфөләге Үҙәк ҡала китапханаһында Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылын асыу сараһы булды. Унда Өфө дәүләт филармонияһының “Сварог” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле, “Глобус” балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү буйынса педагогы Арина Әхмәҙиева һәм китапханаға даими килеүселәр ҡатнашты.
Был көндө китапхананың әҙәбиәт һәм матбуғат баҫмалары залы Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләттәрҙең йолалар һәм мәҙәниәттәр донъяһына әүерелде. Сара ҡунаҡтарына “Һинең мауығыуҙар донъяң” кеүек күргәҙмә-инсталляциялар тәҡдим ителде, “Сварог” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле бейеүҙәре күрһәтелде.
“Үҙ ҡулдарың менән мөғжизә. Шәл аквареле” проектында ҡатнашыусылар эше айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Әйткәндәй, был проект китапханала Өфө ҡала хакимиәте гранты сиктәрендә 2022 йылдың 18 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Ул “Ярҙам” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Рәсәй халыҡтары милли мираҫы йылы сиктәрендә китапханала Арина Әхмәҙиеваның “Ҡурсаҡтар донъяһы” шәхси күргәҙмәһе эшләне. Арина Ивановна үҙенең коллекцияһы хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, оҫталыҡ дәрестәрен дә бирҙе. “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының йәш хәбәрселәре сарала ҡатнашыусылар менән ихлас аралашты.
Быйыл баш ҡалалағы барлыҡ ктапханаларҙа ла ғаиләлә бергәләп уҡыу өсөн китаптарҙы, энциклопедия әҙәбиәтен популярлаштырыу буйынса төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан