Милли проекттар
22 Ғинуар 2022, 05:30

Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!

Бына ошондай ҙур бәхет дүрт ғаиләгә тәтене

Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!
Үҙ мөйөшөң булыуға бер ни етмәй!

Йәрмәкәй районындағы Иҫке Турай һәм Уҫман-Ташлы ауылдарында ике фатирлы ике йорт барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә Йәрмәкәй районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Беренсе ауылдағы йорт хаҡының 18,5 процентын эш биреүсе-коллектив-фермер хужалығы Рәил Латипов түләһә, 80 проценты – федераль, 1,5 проценты урындағы бюджеттан ҡапланған. Йорт хаҡы дүрт миллион һум тирәһенә барып еткән. Уның майҙаны – 126 квадрат метр.

Фатирҙарҙың береһенә Сапкуловтар ғаиләһе йәшәргә күскән. Улар 13 йыл элек Октябрьский ҡалаһынан Иҫке Турай ауылына килгән. Был ғаиләнең үҙҙәренең йәшәү урыны булмаған. Ә икенсе фатирға коллектив-фермер хужалығы етәксеһе үҙе күскән. Был ике ғаиләлә лә икешәр бала тәрбиәләнә.

Уҫман-Ташлы ауылындағы йорт хаҡы шулай уҡ дүрт миллион һум тирәһе тәшкил иткән. Был сумманың 18,5 процентын “Байраҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡаплаған. Ошо йорттағы фатирҙарҙың береһен һөт-тауар фермаһы лаборанты Екатерина Андреева алған. Ул ике бала тәрбиәләй. Быға тиклем улар күрше ауылда йәшәгән, эшкә һәм мәктәпкә автобуста йөрөргә тура килгән.

Әйткәндәй, был фатирҙар башта торлаҡ бинаһын файҙаланыуға биреү тураһындағы килешеү нигеҙендә бирелә. Хеҙмәт килешеүе буйынса биш йыл эшләгәндән һуң, фатирҙы милеккә алыу буйынса хоҡуҡ төҙөлөш торлағы хаҡы иҫәбенән 10 процентҡа артмаған кимәлдә һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ә эшләү ваҡыты 10 йылдан үтһә, был хаҡ 1 проценттан артмаясаҡ.

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) "Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше" проекты (проект "Комплексное развитие сельских поселений") сиктәрендә тағы яңы дүрт йорттоң төҙөлөүе планлаштырыла.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас