

Бына ошондай концепцияны “Альтаир” компанияһы генераль директоры Руслан Аҡсурин “Инвестиция сәғәте”ндә тәҡдим итте. Инвестор проекттың план-проектын әҙерләгән һәм төҙөлөш өсөн майҙансыҡ һайлап алған. Комплексты Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы эргәһендәге быуа тирәһендә төҙөмәкселәр. Беренсе этапта был проект өсөн сарыф итәләсәк дөйөм сумма 68 миллион һум тәшкил ителер, тип көтөлә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: 30-ҙан ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Миәкә районы хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, рекреация комплексының барлыҡҡа килеүе муниципалитет өсөн көнүҙәк, сөнки саңғы базаһы 10 мең тирәһе кеше йәшәгән район үҙәгенән 100 километрҙан ашыу арауыҡта урынлашҡан.
Проект тураһында һөйләшкәндән һуң, уға “өҫтөнлөклө” тигән статус бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығына, комплексты төҙөү менән бер рәттән, быуа буйын да төҙөкләндереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
“Эшебеҙҙе сихронлаштырыу мөһим, сөнки был ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ялы һәм әүҙем ял итеүе өсөн уңайлы йәмәғәтселек ойоштороу өсөн кәрәк”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ә быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы (программа "Комплексное развитие сельских территорий") бурыстарын тормошҡа ашырасаҡ.
Фото: Миәкә районы хакимиәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан