

Башҡортостан Республикаһы "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проектына ҡушылырға әҙерләнә. Милли проекттың маҡсаты — туристар өсөн мауыҡтырғыс мөхит булдырыу. 2022 йылдан федераль ҡаҙнанан ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен булдырыу буйынса проекттарға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплаясаҡтар. Бындай проекттар иҫтәлекле урындарҙы берҙәм архитектура һәм мәҙәни киңлеккә берләштереү өсөн тәғәйенләнгән.
Субсидияға дәғүә итеүселәр ҡала үҙәгенең "туристик коды" проектын әҙерләй. Бында иҫтәлекле урындар һәм туристик инфраструктура бер киңлеккә һалынасаҡ. Башҡортостан Республикаһы ҡалалары мотлаҡ конкурста ҡатнашасаҡ. Һәр проект буйынса уртаса субсидия 250 миллион һум тәшкил итер тип күҙаллана, — ти Башҡортостан Республикаһының туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Дотациялар буйынса конкурс йыл һайын үткәреләсәк. Федераль ярҙам саралары 2025 йылға Рәсәйҙең 52 ҡалаһында берҙәм мауыҡтырғыс мәҙәни-тарихи киңлек булдырыр тип күҙаллана.
Биш меңдән алып 2000 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалалар һайланасаҡ, ҡала майҙанының 100 гектарында туристик объект булырға тейеш.
Яңы проект "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства") сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.