Милли проекттар
24 Ғинуар 2022, 07:30

115-се гимназияла реконструкция башланды

Бина 80 процентҡа иҫкергән булып сыҡты...

115-се гимназияла реконструкция башланды115-се гимназияла реконструкция башланды
115-се гимназияла реконструкция башланды

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) ярашлы, 115-се гимназия реконструкциялана. Ошо маҡсатҡа 600 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Гимназия 1967 йылда уҡ һалынған. Комплекслы тикшереү бинаның 80 процентҡа тиерлек иҫкереүен күрһәткән, шуға күрә реконструкция үткәрергә ҡарар ителгән. Әле подрядсы төҙөлөш-монтаж эшенә тотонған да инде.

Проектҡа ярашлы, гимназияла урындар һаны 1225-кә тиклем артасаҡ. Эш барышында урамдағы спорт ҡоролмаларын яңыртыу, балалар спорт ҡорамалдары ҡуйыу күҙаллана.

Гимназияла йәмғеһе 49 уҡыу кабинеты булдырыла. Объектта шулай уҡ хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла: бинала махсус күтәргестәр, лифт ҡуйыла, дөйөм файҙаланыу урындары ҡулайлаштырыла. Спорт блогында кейем алмаштырыу, душ бүлмәләре асыла.

Әле бинала һүтеү эштәре 99 процентҡа башҡарылған. Төҙөүселәр стеналарҙы нығытыу, елләтеү, йылытыу системаларын үткәреү менән мәшғүл.

Бер үк ваҡытта “Д” секцияһы өсөн котлован ҡаҙыла. Шулай уҡ тағы ла дүрт блок төҙөләсәк.

115-се гимназия бинаһында реконструкцияны йыл аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/424930/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас