

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһындағы дәүләт мәғлүмәт системаһы үҫеше менән яңы оператор – “Мәғлүмәт системаһы операторы” акционерҙар йәмғиәте шөғөлләнәсәк.
Уға бындай хоҡуҡ “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте тарафынан бирелгән. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Яңы операторға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһындағы дәүләт мәғлүмәт системаһын башҡа төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт системалары, уларҙың хеҙмәттәре менән граждандарҙың файҙаланыуы өсөн заманлаштырырға тура киләсәк.
Айырым алғанда, мәғлүмәт системаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тураһындағы мәғлүмәттәрҙең берҙәм һанлы системаһы барлыҡҡа киләсәк. Ошо уҡ платформала яңы, уңайлыраҡ хеҙмәттәр булдырыласаҡ. Бынан тыш, махсус мобиль ҡушымта эшләнәсәк. Ул граждандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын мобиль ҡушымта аша файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Был эш сиктәрендә шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын башҡа төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт системаһы менән интеграциялап буласаҡ. Был системала мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу процесын оптималләштерәсәк һәм мәғлүмәттәр ике тапҡыр ебәрелмәйәсәк. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: “Башинформ”.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан