Милли проекттар
24 Ғинуар 2022, 10:45

Ололар сәләмәт тормош яҡлы

Ҡалтасы районында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн физкультура-сәләмәтләндереү дәресе үткәрелде. 

Ололар сәләмәт тормош яҡлыОлолар сәләмәт тормош яҡлы
Ололар сәләмәт тормош яҡлы

Ошо көндәрҙә Ҡалтасы районының “Нефтсе” мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") һәм "Социаль әүҙемлек" төбәк проекты сиктәрендә, оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн физкультура-сәләмәтләндереү дәресе үткәрҙе. Белеүебеҙсә, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылып килә.

Скандинавса йөрөүҙе дауалау гимнастикаһының билдәле бер төрҙәренә индерергә мөмкин, сөнки терәк элементтары менән йөрөү йәшәү функцияларын әүҙемләштергән күп комплекстарҙың бер өлөшө булып тора: организмдың һаҡлау көсө күтәрелә, хәрәкәт итеү көйләнә, арҡа мускулдары нығына, тын алыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге яҡшыра.

Хәҙер пенсионерҙар араһында ла әүҙем йәшәү рәүеше алып барыусы кешеләр һаны арта бара. Улар мөмкин тиклем күберәк сәйәхәт итергә, театрҙарға һәм күргәҙмәләргә йөрөргә тырыша.

Спорт менән шөғөлләнеү, физик көсөргәнештәр тонуста ҡалырға һәм тормошҡа тәм тойорға ярҙам итә. Пенсионерҙар өсөн физик әүҙемлектең иң яҡшы төрҙәренең береһе – скандинавса йөрөү.

Был спорт төрө менән һәр кеше шөғөлләнә ала. Скандинавса йөрөү өсөн урман паркы зонаһындағы ҙур булмаған юлдар ҙа, ябай урамдар ҙа берҙәй үк уңайлы. Мәҫәлән, райондың Күтәрем ауылында, урман зонаһында “Сәләмәтлек һуҡмағы” бар, унда урындағы халыҡ рәхәтләнеп ял итә һәм спорт менән шөғөлләнә. Сәләмәтләндереүҙең был төрө менән айырым да, төркөм менән дә шөғөлләнәләр.

Күтәремдә лә скандинавса йөрөү танылыу яулай бара. Ауыл урамдарында таяҡлы йөрөүселәрҙе йышыраҡ осратырға мөмкин, был бер кемде лә ғәжәпләндермәй, киреһенсә, өлкән йәштәгеләрҙең физик әүҙемлеккә әүәҫлеге хөрмәт уята.

Сығанаҡ һәм фото: Ҡалтасы район хакимиәте сайты.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас