

Рәсәй Федерацияһында “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) уңышлы тормошҡа ашырыла. Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу, алмаш әҙерләү.
Башҡортостан етәкселеге лә мәғариф тармағына етди иғтибар бүлә, “Мәғариф” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Октябрьский ҡалаһында “Студент десанты” тигән күләмле акция бара. Уның сиктәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларындағы мәктәптәрҙең өлкән класс уҡыусылары һәм һөнәрселек училищелары студенттары менән осрашыуҙар үткәрә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Айҙар Төхбәтуллин менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлек ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Асия Мофаззалова Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы, Октябрьский нефть колледжы, Октябрьский иҡтисад колледжы, Октябрьский күп профилле колледжы, Октябрьский музыка колледжы, Туймазы юридик колледжы, шулай уҡ ҡала мәктәптәренең өлкән кластар уҡыусылары менән онлайн-осрашыу уҙғарҙы.
Айҙар Төхбәтуллин үҫмерҙәргә эске эштәр органдарындағы эшмәкәрлек тураһында тәфсирләп һөйләне, Рәсәй Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү тәртибен аңлатты.
– Көсө булған – берҙе, белеме булған меңде йығыр, – тине Айҙар Айрат улы. – Белемгә ынтылырға кәрәк, бер ҡасан да уҡыу һуң түгел. Илебеҙҙә белемле йәштәргә ишектәр һәр саҡ асыҡ.
Асия Мофаззалова йәмәғәт урындарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатты, тәртипле булырға өндәне.
– Үҙеңдең эшләгән эштәрең йәки ҡылыҡтарың өсөн һәр ваҡыт яуап бирә белеү зарур, – тине Асия Ғәббәс ҡыҙы. – Тәртип боҙоуҙарға бер ҡасан да юл ҡуймағыҙ, ундай кешеләргә тап булһағыҙ, уларҙы туҡтатыу, уларға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим.
Полиция хеҙмәткәрҙәре егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙҙәре янына сыҡырып, эштәре менән яҡындан таныштырҙы. Улар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегендә стажировка үтте, полиция эшенең нескәлектәренә төшөндө.
Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, бындай эш алымы киләсәктә йәштәргә һөнәр һайлағанда ярҙам итәсәк. Ысынлап та, студенттар һәм өлкән класс уҡыусылары бында булғандан һуң күп нәмәгә төшөндө. “Полиция һөнәрен һайлаясаҡмын”, – тип ныҡлы ҡарарға килде ошо көндө сарала ҡатнашҡан үҫмерҙәрҙең ун проценты тирәһе.
“Студент десанты” акцияһы йәштәр араһында полиция һөнәренең абруйын арттыра.
Фото: Анна Сергеева.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан