

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына (национальный проект “Демография”) ярашлы, Яңауыл районында физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыла, күмәк спорт әүҙем үҫешә. Ҡалала ла, район ауылдарында ла сәләмәт тормош алып барыусылар һаны йылдан-йыл арта.
Яңауыл ҡалаһының “Йәшлек” физкультура һәм спорт учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Түбәнге Сат ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә асыҡ спорт фестивале үтте. Сара программаһы бай йөкмәткеле булды. Ҡатнашыусылар эстафета рәүешендә уҙғарылған “күңелле старт”та ҡатнашты. Шулай уҡ концерт булды, табын ойошторолдо.
Фестивалгә Ҡалтасы, Тәтешле райондарынан, Яңауыл районының Иҫке Вәрәш һәм Түбәнге Сат ауылдарынан дүрт команда килде. Улар арҡан тартыу, ҡар туптарын йыйыу һәм башҡа ярыштарҙа көс һынашты. Һөҙөмтәлә Яңауыл районының Түбәнге Сат ауылы командаһы фестивалдең еңеүсеһе тип танылды. Икенсе урында – Иҫке Вәрәш, өсөнсөлә иһә Ҡалтасы һәм Тәтешле районы командалары.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com/yunost_yanaul
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/210154